Төн. Гүзәл Ситдиҡова.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Төн[edit]

Ҡыҙыл пәрҙә, ҡыҙыл тәҙрә -

Ете төн уртаһында.

Биҫтә йоҡлай.

Йоҡоһоҙ кем

Яна уй-уттарында?

Шәүлә генә шәйләнә лә

Ҡараңғыға һылаша.

Ҡыҙыл тәҙрә хәбәр бирә

Кемгә икән - төн аша?

Ҡыҙыл тәҙрә - төнгө йомаҡ,

Осраҡлы серле маяҡ,

Тоҡанғанмы кемдәрҙелер

Аҙашыр юлдан аяп?..

Кемгә - аяу, кемгә - ҡаяу,

Ни яҙған инде кемгә!

Һуңға ҡалған тәҙрә уты

Ҡанһырап һарҡый төнгә.

Ҡараңғылыҡ илдә...

Сентябрь, 1998